13 март
Уҡыу көйләүҙәре
13 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
13 март Викимилектә |
13 март — григориан стиле буйынса йылдың 72-се (кәбисә йылында 73-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 293 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- 1781: Бөйөк Британия астрономы Уильям Гершель Ҡояш системаһының етенсе планетаһы Уранды аса.
- 1938: СССР-ҙың бөтә мәктәптәрендә рус теле мәжбүри предмет булараҡ уҡытыла башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Рәхмәтуллин Мөхәмәт Абдрахман улы (1915—1972), ҡурайсы. 1939 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, 1955—1972 йылдарҙа — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Салауат ауылынан.
- Дианов Вәлиәхмәт Диан улы (1930—1981), график. 1960—1971 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең баш художество мөхәррире. 1964 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1969).
- Хрулёв Виктор Иванович (1940), ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1965 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—2000 йылдарҙа филология факультеты деканы, 1992—2013 йылдарҙа XX быуат урыҫ әҙәбиәте тарихы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән Һарытау ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Глухова Зинаида Михайловна (1931), табип-ветеран, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1974–1986 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, ҡаланың почётлы гражданы.
- Попов Анатолий Николаевич (1936), юғары мәктәп ветераны, ғалим-тау инженеры. 1961 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983–2002 йылдарҙа тау эштәре һәм ғәмәли механика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1985). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1996). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (1999). Сығышы менән Калуга ҡалаһынан.
- Сергеев Иван Тимофеевич (1951), хеҙмәт ветераны, сәнәғәт алдынғыһы. «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең инженер-технологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
- Бәхетова Рәйлә Хөрмәт ҡыҙы (1956), ғалим-иҡтисадсы. 2010 йылдан Башҡорт дәүләт университетының цифрлы иҡтисад һәм коммуникациялар кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Төлкөтамаҡ ауылынан.
- Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы (1956), педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. 1980—2011 йылдарҙа Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм мәғариф алдынғыһы (1998), «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2011). 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире һәм 2016 йылдан Бөрйән вики-клубы етәксеһе.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Иноземцев Алексей Михайлович (1912—27.10.1967), хеҙмәт алдынғыһы. 1943-1962 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының ҡорос иретеүсеһе. Совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
- Мәрҙәнов Хәмитйән Ғилемйән улы (1927—20.11.2020), иҡтисадсы. Туймазы районы статистика бүлегенең элекке начальнигы. Социалистик иҫәп отличнигы (1967), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1966).
- Казаков Виктор Александрович (1957), хеҙмәт ветераны. 1977—2010 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ивановка ауылынан.
- Йоносова Әлфиә Зилимхан ҡыҙы (1962), Өфө ҡалаһының «Үҙәкләштерелгән балалар китапханалары системаһы» муниципаль бюджет учреждениеһы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Мәһәҙиев Риза Рафаил улы (1972—12.01.2021), театр актёры, йырсы. 1993—2021 йылдарҙа Салауат дәүләт башҡорт драма театры актёры. 1999 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010). «Дуҫлыҡ моңо» Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале лауреаты (Нефтекама, 1994); «Актёр йыры» Республика фестиваль-конкурсы дипломанты (Өфө, 1994).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Айытҡолов Зәйнулла Хәйбулла улы (1928), юрист-хоҡуҡ белгесе. 1970—1984 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы прокурорының беренсе урынбаҫары. Юридик фәндәр кандидаты (1979). РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы (1978).
- Хәмәтдинова Әнисә Әхтәм ҡыҙы (1928—25.10.1989), башҡорт балалар яҙыусыһы. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Ғәлиәскәров Зөфәр Карам улы [1938—19.04.2002), Тула өлкәһе «Щёкиноазот» комбинатының 1956—1996 йылдарҙағы өлкән аппаратсыһы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1971), Октябрь Революцияһы (1986) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Байҡы-Юныс ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Әхмәрова Зәкиә Абдулла ҡыҙы (1919—22.06.2006), театр актёры. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1940—1990 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры, театрға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1958).
- Илбаев Мөхәмәт Исмәғил улы (1939—21.04.2015), ауыл хужалығы белгесе, шағир. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Николенко Алексей Геннадьевич (1964), ғалим-энтомолог. Биология фәндәре докторы (2003), профессор (2005). 1993 йылдан Биохимия һәм генетика институтында эшләй, шул иҫәптән 1996 йылдан — ғилми секретарь. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Пешехонов Александр Анатольевич (1979), спортсы. 2001—2008 йылдарҙа ҡаяға үрмәләү спорты буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006).
Дөйөм исемлек
- 1888: Антон Макаренко, СССР педагогы, яҙыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1939).
- 1899: Панчо Владигеров, Болгария композиторы, пианист һәм дирижёр.
- 1911: Лафает Рональд Хаббард, АҠШ яҙыусыһы, философ.
- 1913: Сергей Михалков, шағир, СССР һәм Рәсәй гимндары һүҙҙәренең авторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
- 1922: Давид Кугультинов, Ҡалмыҡстандың халыҡ шағиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990).
- 1955: Зиннәтулла Биләлетдинов, хоккейсы һәм и хоккей тренеры, олимпия чемпионы, 6 тапҡыр донъя чемпионы.