Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов | ||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
12 декабрь 1993 — 15 июль 2010 | ||||||||||||||||||
Хөкүмәт башлығы: | Баҡыев Рим Сәғит улы (1994—1999) Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы (1999—2008) Сарбаев Раил Сәлих улы (2008—2010) | |||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | вазифа раҫланған | |||||||||||||||||
Дауамсы: | Хәмитов Рөстәм Зәки улы | |||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||
1990 — 1993 | ||||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Солтанов Фәйзулла Вәли улы, БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе булараҡ | |||||||||||||||||
Дауамсы: | Демин Юрий Сергеевич, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе булараҡ | |||||||||||||||||
Дине: | Сөнниҙәр | |||||||||||||||||
Тыуған: | 7 февраль 1934 (90 йәш) Тәүәкән ауылы, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР | |||||||||||||||||
Үлгән: | 11 ғинуар 2023[1] (88 йәш) Өфө, Рәсәй | |||||||||||||||||
Ерләнгән: | Өфө мосолман зыяраты | |||||||||||||||||
Атаһы: | Рәхимов Ғөбәйҙулла Зөфәр улы | |||||||||||||||||
Әсәһе: | Яҡшыбаева Ғәлимә Әбделмөкмин ҡыҙы | |||||||||||||||||
Балалары: | Урал Мортаза улы Рәхимов | |||||||||||||||||
Партия: | Берҙәм Рәсәй | |||||||||||||||||
Белеме: | ӨДНТУ | |||||||||||||||||
Наградалары: |
| |||||||||||||||||
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов (1934 йылдың 7 феврале) — сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре, 1993 йылдың 12 декабренән башлап 2010 йылдың 15 июленә тиклем Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты .
Ғүмер юлы
Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған. Милләте — Башҡорт. Атаһы — Ғөбәйҙулла Зөфәр улы Рәхимов Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бер нисә хужалыҡта рәйес булып эшләй һәм 1956 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
1956 йылда Өфө нефть техникумын тамамлай һәм Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып эшләй башлай.
1964 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.
1960 йылдан 1975 йылға тиклем КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, яңы производстволарҙы ебәреү һәм көйләү буйынса баш инженер урынбаҫары булып эшләй.
1976 йылдан 1978 йылға тиклем — баш химик, баш инженер урынбаҫары вазифаларында эшләй.
1978-ҙән 1986 йылға тиклем — заводтың баш инженеры, 1986-нан 1990 йылға тиклем завод директоры була.
1974 йылдан 1991 йылдың авгусына тиклем КПСС ағзаһы.
Өфө ҡала Советы һәм Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы депутаты.
1989 йылда СССР халыҡ депутаты һәм СССР Юғары Советы ағзаһы итеп һайлана.
1990—1993 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе. Был осорҙа Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация (1990 йыл, 11 октябрь) ҡабул ителә, Федератив Килешеүгә һәм Федератив Килешеүгә Башҡортостан Республикаһынан Ҡушымтаға (1992 йыл, 31 март), Башҡортостан Республикаһы яңы Конституцияһы (1993 йыл, 24 декабрь) ҡабул ителә.
1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тарафынан Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп һайлана. Һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың 63 проценты М. Ғ. Рәхимов өсөн тауыш бирә. Беренсе президентлыҡ осоронда Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы Килешеүенә (1994 йыл, 3 август) ҡул ҡуйылa.
1998 йылдың 14 июнендә Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп ҡайтанан һайлана.
1993—2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы, артабан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы ағзаһы.
2003 йылдың 21 декабрендә «Һайлау хоҡуҡтары һәм РФ граждандары референдумында ҡатнашыуға хоҡуҡтарҙың төп гарантиялары тураһында»ғы Федераль законға ярашлы, бөтә халыҡ һайлауының икенсе турында 78 проценттан артыҡ тауыш йыйып, өсөнсө тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп һайлана.
2006 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путинға үҙенә ышаныс тураһында мөрәжәғәт итә. 2006 йылдың 5 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин республика Президенты вәкәләттәрен йөкмәтеү өсөн Мортаза Рәхимовтың кандидатураһын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарауына индерә. 2006 йылдың 10 октяберендә үткән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 39-сы, сираттан тыш, ултырышында депутаттар бер тауыштан Мортаза Рәхимовҡа республика Президенты вәкәләттәрен яңы биш йыллыҡка йөкмәтеү тураһында ҡарар ҡабул итә.
2010 йылдың 12 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте башлығы Сергей Нарышкин менән осрашыуында үҙенең вазифаһынан ваҡытынан алда китергә теләүе тураһында иғлан итә[2].
2010 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Д. А. Медведев М. Ғ. Рәхимовтың Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһынан отставкаға китеү үтенесен ҡәнәғәтләндерә[3]
2010 йылдың 22 октябренән «Урал» Хәйриә Фонды рәйесе.
2010 йылдың 8 декабрендә «„Башнефть“ акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советына һайлана.
2015 йылдың 14 апрелендә Мортаза Рәхимовҡа «Ватанға хеҙмәте өсөн» («За службу Родине») миҙалы тапшырылды.
Ғәиләһе
- Ҡатыны — Луиза Ғәлим ҡыҙы.
- Улы — Урал.
Бүләктәре
- «Почёт Билдәһе» ордены (1980 йыл);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1986);
- «Халыҡтар дуҫлығы» ордены (1994);
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1999);
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2000);
- В. Н. Татищев исемендәге «Ватанға файҙаһы өсөн» (Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы) ордены (2002);
- Бөйөк Пётр («Дәүерҙең иң яҡшы менеджерҙары» йәмәғәт фонды) ордены (2002);
- Салауат Юлаев ордены (2004 йыл);
- Рәсәй Федерацияһы Президенты рәхмәте (1996, 1999 һәм 2004 йылдар);
- Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Почет грамотаһы (2001)
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Почёт грамотаһы (2002)
- «Президент 2002—2003» номинацияһында «Рәсәй Милли Олимпы» премияһы (2004)
- «Рәсәй иҡтисады лидеры» Почётлы милли билдәһе (2004)
Хеҙмәттәре
- Башкортостан — моя судьба: очерки, статьи, интервью, выступления, обращения, документы. — Уфа, 1998.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Президент Муртаза Рахимов=Prezident Murtaza Rakhimov. — М., 1998.
- Дело жизни. — Уфа, 2009.
Һылтанмалар
Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы Викимилектә | |
Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы Викияңылыҡтарҙа |
- Ямалов М. Б. Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Валентина Матвиенко: «Муртаза Рахимов — политический тяжеловес и опытный руководитель» . «Башинформ» (7 февраль 2009). Дата обращения: 22 август 2015. (рус.)
- Рахимов, Муртаза — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
Видеояҙмалар
- YouTube сайтында Быть Президентом
- 7 февралдә тыуғандар
- 1934 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Күгәрсен районында тыуғандар
- 11 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2023 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфө мосолман зыяратында ерләнгән шәхестәр
- Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар
- I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «За содействие органам наркоконтроля» менән наградланыусылар
- «За взаимодействие с ФСБ России» миҙалы менән наградланыусылар
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- I дәрәжә «Намыҫ һәм дан» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусылары
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Башҡортостан Республикаһы Президенттары
- Өфө ҡалаһының почётлы граждандары
- КПСС ағзалары